Инцидент
17 Август 2021, 10:30

Әсәләрҙең тауышын ишеттеләр

Ваҡиғаның аҙағы хәйерле тамамланған, тик бер көн эсендә түгел. Үҙәктең дә ҡулында тылсымлы таяғы юҡ шул, үкенескә ҡаршы...

Әсәләрҙең тауышын ишеттеләрӘсәләрҙең тауышын ишеттеләр
Әсәләрҙең тауышын ишеттеләр

Туймазы ҡалаһындағы балалар дауаханаһының ниндәй  насар хәлдә булыуы тураһында 2021 йылдың 28 февралендә  социаль селтәрҙә Рәйлә Сәйфуллина һөйләгәйне. Әсәнең әйтеүенсә, палаталарҙа ныҡ һыуыҡ, 80-се йылдарҙан алып ремонт эшләнмәгән, бер бинала ауырыуҙар төрлө сир билдәләре менән ята.

Әсәнең йән әрнеүе Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенә ишетелгән. Ваҡиғаның аҙағы хәйерле тамамланған, тик бер көн эсендә түгел. Үҙәктең дә ҡулында тылсымлы таяғы юҡ шул, үкенескә ҡаршы...

Дауахананың 2021 йылдың 10 мартында килгән яуабында балалар бүлексәһендә косметик ремонттың йыл һайын үткәрелеүе хаҡында әйтелгән. Пандемия ваҡытында йоғошло сирҙәр бүлексәһен үҙгәртеп ҡорғандар, ә кескәй пациенттарҙы ҡала дауаханаһына оҙатҡандар. Ауырыуҙар күбәйгәндә ашҡаҙан-эсәк сирҙәре менән ауырыған балаларҙы дөйөм палатаға һалғандар.

Утыҙ градуслыҡ һыуыҡта палаталарҙа, ысынлап та, һыуыҡ. Сәбәбе – пластик тәҙрәләрҙе монтажлауҙың сифатһыҙ булыуы. Быйыл июль айында ҡала дауаханаһының балалар бүлексәһендә косметик ремонт үткәрелгән. Стеналар, түшәмдәр тәртипкә килтерелгән, иҙән яңыртылған. Тәҙрә рамдарындағы ярыҡтар бөтөрөлгән.

Фото:VK.com

 

 

 

#ЦУРБашкортостан #ЦУРБашкортостан_решаемвместе

 

Әсәләрҙең тауышын ишеттеләр
Әсәләрҙең тауышын ишеттеләр
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас