Инцидент
17 Августа 2021, 15:30

"Урындағы етәкселәр мәсьәләне хәл итергә теләмәй"

“Подъездың һәм фатир өҫтөндәге ҡыйыҡтар ремонтланды. Һорауҙарығыҙ ҡалһа, шылтыратығыҙ”.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Урындағы етәкселәр мәсьәләне хәл итергә теләмәй""Урындағы етәкселәр мәсьәләне хәл итергә теләмәй"
"Урындағы етәкселәр мәсьәләне хәл итергә теләмәй"

“Инцидент-менеджмент” системаһына көн дә төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һорап мөрәжәғәт итәләр.

Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Октябрь районында йәшәгән Наталья Боброва Гагарин урамы, 24-се йорт подъездының ҡыйығын йүнәтеү кәрәклеге хаҡында хәбәр итә: “Урындағы етәкселәр проблеманы хәл итергә теләмәй – өс ай буйына был ҡыйыҡты, үткән йылдың апреленән алып 68-се фатир өҫтөндәге ҡыйыҡты йүнәтеүҙәрен, уйын майҙансығына сүп урналарын ҡуйыуҙарын һорайым, ә Сипайлово биҫтәһенең 83-сө Торлаҡ-эксплуатациялау идараһы был һорауҙарҙы үҙаллы хәл итә алмай”.

Был хәлгә Өфө ҡалаһының Октябрь районы хакимиәте түбәндәгесә яуап ҡайтарҙы: “Юрий Гагарин урамы, 24 адресы буйынса урынлашҡан уйын майҙансығына сүп кәрзиндәре ҡуйҙыҡ, ә башҡа һорауҙарҙың хәл ителеү барышын контролгә алдыҡ”. Бер аҙҙан ҡыйыҡтарҙы йүнәтеү мәсьәләһенә лә нөктә ҡуйылды. Был хаҡта Октябрь районы хакимиәте яҙып сыҡты: “Подъездың һәм фатир өҫтөндәге ҡыйыҡтар ремонтланды. Һорауҙарығыҙ ҡалһа, шылтыратығыҙ”.

Артабан мөрәжәғәттә “Сипайловский” торлаҡ-хужалыҡ идараһының телефон һандары күрһәтелгән.

Фото: Инцидент-менеджмент.

 

Автор:Айгөл Йәмилева