Инцидент
21 Август 2021, 15:30

Юлға ҡырсын түшәлде

Эльвира Йосопова социаль селтәрҙә тағы ла комментарий ҡалдырған – был юлы бары рәхмәт һүҙҙәре.

Юлға ҡырсын түшәлдеЮлға ҡырсын түшәлде
Юлға ҡырсын түшәлде

Бүздәк ауылының “Көньяҡ” микрорайонында йәшәгән Эльвира Йосопова Т. Фәхретдинов урамы буйлап ҡырсын түшәлмәүенә, юл йөрөүе ауырлашыуына зарланған.

Ошондай уҡ дәғүә Лилиә Әхмәтйәнованан да килгән. 2021 йылдың 23 һәм 26 апрелендә яҙылған ялыуҙарҙы Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре контролгә алған.

Ҡатындарҙың мөрәжәғәттәре район хакимиәте пландары менән тап килгән: ошо йылдың октябренә тиклем биҫтәләге биш урамға ҡырсын һалыу дауам итәсәк. 4 августа Т. Фәхретдинов урамына ҡырсын түшәлгән. Эльвира Йосопова социаль селтәрҙә тағы ла комментарий ҡалдырған – был юлы бары рәхмәт һүҙҙәре.

#ЦУРБашкортостан #ЦУРБашкортостан_решаемвместе

Фото: VK.com

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас