

Республикаға идара итеү үҙәгенә Мәсетле районынан Зоя Хәлилованың бөтә ауылдаштары исеменән яҙған үтенесе килгәйне.
“Мөрәжәғәттәренә ыңғай яуап килгән кешеләр өсөн шатбыҙ. Беҙҙең үтенескә лә, бәлки, иғтибар итерҙәр, тип өмөтләнәбеҙ. Беҙ инде күптән өмөтөбөҙҙө юғалтҡанбыҙ һәм мөғжизәгә ышанмайбыҙ. Урта Ака йылғаһы аша күпер һалыныуын көтәбеҙ. Бынан өс-дүрт йыл элек ауыл ситендә йорт янды, бер ир һәләк булды. Ә райондан ярҙамға ашыҡҡан янғын машинаһы күперҙән түңкәрелеп төштө, янғын һүндереүселәрҙең үҙҙәренә етди ярҙам талап ителде. Беҙҙең үтенескә лә иғтибар итһәгеҙ ине”, – тип яҙған ул.
Мәсетле районы хакимиәтенән ҡыҫҡа, әммә халыҡтың күңелен күтәрерлек яуап килгән. ”Урта Ака йылғаһы аша күпер үҙгәртеп ҡоролдо һәм файҙаланыуға тапшырылды. Фотоһын да һалабыҙ”, – тигән Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин.
Фото: Мәсетле районы хакимиәте.