

Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы Белореттан Илгиз Мирхәт улының мөрәжәғәтен теркәгән. “Был төркөмдә барыһы ла тиерлек борсоған мәсьәләләр буйынса дәғүәләрен, теләктәрен белдерә, ялыу яҙа, ә минең Белорет районы Йөйәк ауыл Советы хакимиәте башлығы Радим Салауатовҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Ниһайәт, беҙҙең ауылда ла юлдар яҡшырҙы. Тигеҙҙән йөрөүе лә рәхәт. Ҙур рәхмәт”, - тип шатлығын белдерә ул.
Әлбиттә, бындай мөрәжәғәттәрҙе уҡыу һәр кемдең күңеленә ятыр. Белорет районы хакимиәте рәхмәт һүҙҙәрен адресатҡа алып барып еткергәндер. Беҙ ҙә күптән түгел хакимиәт башлығы йөгөн үҙ иңдәренә һалған, йәш, өмөтлө етәксе Радим Ғариф улына яуаплы эшендә тик уңыштар теләйбеҙ.
Фото: "Инцидент-менеджмент".