

Краснокама районының Николо-Березовка ауылында Дорожная, 40/5 адресы буйынса йәшәүсе кеше июнь айында урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итеүе хаҡында яҙа. Ул белдереүенсә, йорт алдындағы подъезд янындағы бәләкәй биләмә (урын) ямғырҙан һуң бысраҡ була, уның янынан үтеүе ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән ойошмаларҙың береһе аҡса юҡлыҡҡа һылтанһа, икенсеһе улар хеҙмәтләндергән биләмә түгел тип яуап бирә.
Хәл тик "Инцидент-менеджмент" хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткәс кенә ыңғай яҡҡа үҙгәргән. Николо-Березовка ауыл хакимиәтенән яуап килгән. Унда: "Партнер" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ көсө менән күрһәтелгән адрес янындағы подъезд алдына асфальт түшәне", - тиелгән.
Фото: "Инцидент-менеджмент".