Инцидент
24 Август 2021, 07:15

Ҙур булмаһа ла, хәүефле етешһеҙлек

Берәй көн ул яңылыш балаларҙы үлтерер, тип ҡурҡам. Балалар эскәмйәлә ултыра, һикерә, уны тегеләй-былай болғай...

Ҙур булмаһа ла, хәүефле етешһеҙлекҘур булмаһа ла, хәүефле етешһеҙлек
Ҙур булмаһа ла, хәүефле етешһеҙлек

“Инцидент-менеджмент” системаһы – Республикаға идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Унда халыҡ үҙен борсоған һорауҙарҙы ебәрә һәм тиҙ арала яуап ала.

Сираттағы мөрәжәғәт баш ҡаланың Калинин районынан килгән.

“Өфөнөң Беренсе май урамындағы 43а һанлы йорт янындағы яңы балалар майҙансығында эскәмйәнең ҡыйыҡҡа тоташҡан урынында тимере ҡутарылып сыҡҡан. Берәй көн ул яңылыш балаларҙы үлтерер, тип ҡурҡам. Балалар эскәмйәлә ултыра, һикерә, уны тегеләй-былай болғай. Ҡыйыҡҡа берекмәгәс, уның емерелеп сығыуы бар”, – тип яҙған ошо тирәлә йәшәгән кеше.

Күп тә үтмәй, ҙур булмаған, әммә ысынлап та хәүефле был етешһеҙлек юҡҡа сығарылған.

“73-сө ЖЭУ директоры биргән мәғлүмәттәр буйынса, был йорт янындағы эскәмйә ремонтланды. Иғтибарлы булғанығыҙ өсөн рәхмәт”, – тип яуап биргәндәр һәм ышаныслы булһын өсөн ремонтланған урындың фотоһын да һалғандар.

 

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас