Инцидент
25 Август 2021, 16:30

Алдан уҡ килешеп эшләмәгәс...

Республикаға идара итеү үҙәге бер проблеманы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай. 

Алдан уҡ килешеп эшләмәгәс...Алдан уҡ килешеп эшләмәгәс...
Алдан уҡ килешеп эшләмәгәс...

Өфөлә, Академик Королев урамы, 4/1 йортонда йәшәгән кешеләр подъездарында башҡарылған ремонттың сифатына ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек белдергән. Стеналарҙағы элекке ҡуптарылып бөткән буяуға алмашҡа етешһеҙлектәр менән насар итеп буялғаны килгән. Агрессив зәңгәр төҫ тә халыҡҡа оҡшамаған.

Был турала 12 июлдә ошо йортта йәшәгән Ангелина Калинина Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәхифәһенә комментарий итеп яҙып ҡалдырған. Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре Октябрь районы хакимиәте менән берлектә проблеманы тикшерә башлай.

Ысынлап та, йорттоң беренсе подъезында УЖХ косметик ремонт башҡарған һәм уны 30 июлдә тамамларға планлаштырған. Тәүҙә әҙерлек эштәре булған, аҙаҡ иҫке буяуҙы алып ташлағандар һәм буяй башлағандар. Хакимиәт идарасы ойошма менән бәйләнешкә сыҡҡан һәм ремонт барышын тикшергән.

Һөҙөмтәлә етешһеҙлектәр юҡҡа сығарылған, стена төҫөн халыҡ менән килешеп бергә һайлағандар. 2 августа ремонт тамамланған.


#ЦУРБашкортостан #ЦУРБашкортостан_решаемвместе

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас