

“Инцидент-менеджмент” системаһы республиканың төрлө тарафтарынан халыҡтың проблемаларҙы күтәреп сыҡҡан мөрәжәғәттәрен теркәүҙе дауам итә.
Яңыраҡ Благовещендан Раушания Сәйфетдинова ҡалалағы Седов урамының 113-сө йорто ихатаһында инде нисә йыл арматура, торба һерәйеп торғанына, ундағы соҡорҙарға иғтибар итеүҙе һораған. Етмәһә, ҡайҙа бит әле – балалар уйнай торған ерҙә! “Ҡалала балалар майҙансыҡтарындағы хәүефһеҙлек өсөн кем яуап бирә?” – тигән мөрәжәғәт авторы.
“Инцидент-менеджмент” системаһы был хәүефле мөрәжәғәтте теркәп, иғтибарға алғас ҡына нисәмә йыл буйы хәл ителмәгән мәсьәлә юҡҡа сыҡҡан. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Жилкомсервис” идарасы ойошмаһы эшселәре, торба, арматураларҙы алып ташлап, майҙансыҡты тигеҙләп ҡуйған.