

Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда эшләй башлаған Республикаға идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Ошондай мөрәжәғәттәрҙең береһе Иглин районынан килгән. Евгения Таушева яҙмаһына фото ла һалған һәм хәлде аңлатҡан: “Был автобус көтөп торған беҙҙең балалар һәм өлкәндәр. Күренеүенсә, бында әле һаман бер ниндәй ҙә туҡталыш павильоны юҡ. Балалар ямғыр аҫтында тора, ә оҙаҡламай ҡыш етә, ел һәм ҡар буласаҡ. Тәртип урынлаштырығыҙ әле".
Был мәсьәләне хәл итеү менән Юл хужалығы идаралығы шөғөлләнә. Июль уртаһында Өфө – Иглин – Ҡыҙылъяр – Павловка юлында Юл хужалығы идаралығы, муниципалитет вәкилдәре һәм ташыусыларҙан торған комиссия йыйылып, был урында туҡталыш ҡуйыу мәсьәләһен тикшерә. Аҙаҡ бында автопавильон эшләргә ҡарар ителә.
Һәм, ниһайәт, яҡшы хәбәр. Августа Иглиндың Көнбайыш һәм Лермонтов урамдары араһында халыҡ күптән көткән туҡталыш павильоны ҡуйыла.
Фото: "Инцидент-менеджмент".