Инцидент
31 Август 2021, 10:15

Таянғыстар булһын ине...

"Совет районының идарасы компанияһына май башынан бирле ғаризалар ҡалдырам. Улар ЖЭУ-ға йүнәлтә лә, шуның менән бөттө, һаман бер ни эшләнмәй..."

Таянғыстар булһын ине...Таянғыстар булһын ине...
Таянғыстар булһын ине...

“Инцидент-менеджмент” системаһы Өфөнөң Совет районында йәшәүсе Диананың мөрәжәғәтен теркәгән.

“Ҡазан урамындағы 12-се йорттоң 1-се подъезында һаман да инвалидтарға, өлкән кешеләргә тотоноп менерлек таянғыстар ҡуйылмаған. Мәҫәлән, минең атайым аяҡһыҙ, был таянғыс уға подъезға табан бер нисә баҫҡысты еңелерәк үтер өсөн уғата мөһим әйбер булып тора. Совет районының идарасы компанияһына май башынан бирле ғаризалар ҡалдырам. Улар ЖЭУ-ға йүнәлтә лә шуның менән бөттө, һаман бер ни эшләнмәй. Проблеманы хәл итеүҙә ярҙам һорайым!” – тигән ул.

“Инцидент-менеджмент” системаһы был мөрәжәғәтте иғтибарға алғас ҡына боҙ урынынан ҡуҙғалған: ниһайәт, тәү ҡарамаҡҡа ябай, әммә һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә, ҡарттарға шул тиклем кәрәкле нәмә – таянғыстар – килтереп ҡуйылған.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас