

Өфөләге Сипайлово биҫтәһендә йәшәгән Наталья Боброва 2020 йылдың апреленән бирле идара итеүсе компаниянан үҙенең фатиры өҫтөндәге ҡыйыҡты ремонтлауҙы үтенә. Ул Гагарин урамындағы 24-се йортта урынлашҡан. Тик ҡатындың мәсьәләһе ошоға тиклем хәл ителмәй килә. Подъездың тупһаһын ремонтлауҙы һәм балалар майҙансығында сүп-сар өсөн урналар ҡуйыуҙы һораған мөрәжәғәттәр ҙә яуапһыҙ ҡала.
Шул саҡта ҡатын ярҙам һорап Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенә мөрәжәғәт итә. Уның яҙмаһын Республикаға идара итеү үҙәге системаһы 29 июндә теркәй. Хәлде асыҡлау өсөн был мөрәжәғәт ҡаланың Октябрь районы хакимиәтенә ебәрелә.
Шунан һуң эш башлана ла. “Сипайловский” УЖХ-һы ҡыйыҡ менән тупһаны август уртаһына уҡ ремонтларға тигән йөкләмә ала. Эштәр барған саҡта, 5 июлдә, балалар майҙансығына урналар ҙа килеп ултыра. Ә инде ремонт эштәре тулыһынса 16 августа тамамлана.