Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
2 Сентябрь 2021, 21:45

Балалар майҙансығында хәүеф юҡ

Баймаҡ ҡалаһынан Айгөл Ғәлләмова күтәргән мәсьәлә тиҙ арала хәл ителде.

Балалар майҙансығында хәүеф юҡ
Балалар майҙансығында хәүеф юҡ

Һуңғы ваҡытта республика халҡын борсоған проблемалар, социаль селтәрҙәрҙәге мөрәжәғәттәр Республикаға идара итеү үҙәгендә (tsur_bashkortostan) теркәлә һәм мәсьәләне хәл итеү өсөн урындағы хакимиәткә ебәрелә.

Күптән түгел Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Айгөл Ғәлләмова үҙ сәхифәһендә: "Баймаҡтың ситендә урынлашҡан балалар уйын майҙансығына бөтөнләй иғтибар юҡ. Бер сабый ҡоланы. Хәүефһеҙлек саралары бөтөнләй күрелмәй", - тип яҙғайны.

Республикаға идара итеү үҙәге системалары мөрәжәғәтте тиҙ арала теркәп, хәл итеү маҡсатында Баймаҡ районы етәкселегенә ебәрә. Һөҙөмтәлә майҙансыҡ оҙаҡ көттөрмәй рәткә килтерелә, боҙолған урындары төҙәтелә. Әле балалар өсөн бер ниндәй ҙә хәүеф янамай.

Йыл башынан Республикаға идара итеү үҙәгенә балалар уйын майҙансыҡтарының насар торошо хаҡында барлығы 442 мөрәжәғәт килгән. Уларҙың һәр береһе тикшерелеп хәл ителгән.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

#ЦУРБашкортостан #ЦУРБашкортостан_решаемвместе

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: