Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
3 Сентябрь 2021, 20:00

Һөҙөмтә - фотола!

"Күперҙе ҡасан эшләрҙәр?" Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге был мөрәжәғәтте Бишбүләк районы хакимиәтенә йүнәлткән.

Һөҙөмтә - фотола!
Һөҙөмтә - фотола!

“Мунса тыҡрығында күперҙе ҡасан эшләрҙәр?” Социаль селтәрҙәрҙә Бишбүләк районы пабликтарының береһендә битараф булмаған кеше ошондай яҙма ҡалдырған.

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге халыҡтың мөрәжәғәтен төрлө майҙансыҡтарҙан теркәй – белгестәр был һорауҙы Бижбүләк районы хакимиәтенә йүнәлтә. Уны хәл итеүгә район хакимиәте башлығы Артур Зарипов та ҡушыла.

Был күперҙе ремонтлау контрактҡа ярашлы 2021 йылдың 31 авгусына тиклем тамамланырға тейеш булған. Әлеге кеше пост баҫтырған саҡта подрядсы ойошма йәйәүлеләр зонаһын эшләү өсөн ҡырсынташ килтергән булған, һуңғараҡ иһә ремонт башлағандар.

Планлаштырылғанса, эштәр 31 августа тамамланған – күпер ремонтланған, йәйәүлеләр юлдарына асфальт түшәгәндәр һәм тирә-яғындағы биләмәне төҙөкләндергәндәр.

Һөҙөмтә – фотола.

#ЦУРБашкортостан

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: