Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
8 Сентябрь 2021, 19:15

Ел-ямғырҙан ышыҡланыр туҡталҡа ҡуйылды

Людмила Чернобровина “Өфөнән Затон биҫтәһенә табан барғанда “Йылға аръяғы баҙары” туҡталышына көплө туҡталҡа урынлаштырырға кәрәк” тигән мөрәжәғәт ҡалдырған ине. 

Ел-ямғырҙан ышыҡланыр туҡталҡа ҡуйылды
Ел-ямғырҙан ышыҡланыр туҡталҡа ҡуйылды

Республика менән идара итеү үҙәгенең (ЦУР) бер өлөшсәһе булған “Инцидент менеджмент” системаһына төрлө хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һораған мөрәжәғәттәр даими килә.

Өфө ҡалаһынан Людмила Чернобровина: “Өфөнән Затон биҫтәһенә табан барғанда “Йылға аръяғы баҙары” туҡталышына көплө туҡталҡа урынлаштырырға кәрәк. Ел-ямғырлы көндә ышыҡланыр урын юҡ”, - тигән мөрәжәғәт ҡалдырған ине.

Уға баш ҡаланың Ленин районы хакимиәте түбәндәгесә яуап бирҙе: “Йылға аръяғы баҙары” туҡталышына көплө туҡталҡа урынлаштырыу буйынса эштәр тамамланды. Әгәр өҫтәмә һорауҙар тыуһа, Өфөнөң Ленин районы хакимиәтенең координация һәм сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы һәм хеҙмәттәр күрһәтеү бүлегенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Телефондар: 229-04-11, 229-04-13”.

Фото: “Инцидент-Менеджмент системаһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: