Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
8 Сентябрь 2021, 18:30

Етешһеҙлек тиҙ арала бөтөрөлгән

"Юлға һалынған ямғыр һыуҙары канауы япмаһы машина үткән һайын ныҡ шытырлай. Был тауыш ялҡыта, ул бигерәк тә төндә ныҡ ишетелә”.

Етешһеҙлек тиҙ арала бөтөрөлгән
Етешһеҙлек тиҙ арала бөтөрөлгән

Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшсәһе булған “Инцидент менеджмент” системаһына төрлө хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һораған мөрәжәғәттәр даими килә.

Яңауылдан Артем Филиппов: “Ленин урамындағы “Дельфин” балалар баҡсаһы ҡаршыһында ихаталарға ингән юлға һалынған ямғыр һыуҙары канауы япмаһы машина үткән һайын ныҡ шытырлай. Был тауыш ялҡыта, ул бигерәк тә төндә ныҡ ишетелә”, - тип яҙған.

“Һеҙҙең мөрәжәғәтегеҙҙе муниципаль килешеү нигеҙендә Яңауыл ҡалаһының Ленин урамында төҙөкләндереү эштәре алып барған подрядсы ойошмаға – “Инфодор-Строй” йәмғиәтенә юлланыҡ. Ойошма етәксеһе 1 сентябргә тиклем етешһеҙлекте бөтөрөргә вәғәҙә бирҙе”, - тип яуап биргәйне Яңауыл районы хакимиәте. Артабан 1 сентябрҙә яуап тулыландырылды: “1 сентябргә “Инфодор-Строй” ойошмаһы Ленин урамындағы ямғыр һыуҙары канауын ремонтланы, хәҙер улар төҙөк хәлдә. Автомобиль менән йөрөүселәр һәм йәйәүлеләр өсөн мәшәҡәт юҡ”.

Фото: “Инцидент-Менеджмент системаһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: