Инцидент
8 Сентябрь 2021, 13:45

Күпер яңы төҫ алды

Фотоларҙан күренеүенсә, эш бик матур, сифатлы итеп башҡарылған.

Күпер яңы төҫ алдыКүпер яңы төҫ алды
Күпер яңы төҫ алды

Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшсәһе булған “Инцидент-менеджмент” системаһына төрлө хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һораған мөрәжәғәттәр даими килә.

Бына, мәҫәлән, Бишбүләк районынан үҙенең кем икәнлеген белдерергә теләмәгән бер кеше: “Ошо күперҙе ҡасан эшләрҙәр икән?” – тигән һорау һәм фото ҡалдырған ине. Мөрәжәғәт “Инцидент-менеджмент” системаһы тарафынан иҫәпкә алынып, Бишбүләк районы хакимиәте ҡарамағына тапшырылғас, түбәндәге яуап алынды: “Мунса тыҡрығындағы күпер ремонты тамамланды. Күперҙе тәртипкә килтереүҙән тыш, эргә-тирә биләмә һәм йәйәүлеләр зонаһы төҙөкләндерелде”.

Фотоларҙан күренеүенсә, эш бик матур, сифатлы итеп башҡарылған.

Фото: “Инцидент-Менеджмент" системаһы. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас