Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
13 Сентябрь 2021, 21:15

Был йортта ла сүп-сар йыйыу мәсьәләһе хәл ителде

Контейнерҙар ҡуйыла, тик шунда уҡ түгел. Эш ҡағыҙҙа ғына тиҙ башҡарыла...

Был йортта ла сүп-сар йыйыу мәсьәләһе хәл ителде
Был йортта ла сүп-сар йыйыу мәсьәләһе хәл ителде

“Сүп-сарҙы айырып йыйғыбыҙ килә лә ул, тик урыны юҡ”. Социаль селтәрҙәрҙә халыҡ йыш ҡына ошоноң ише һорауҙар бирә.

Республикаға идара итеү үҙәге системаһына йыл башынан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар темаһына 2591 мөрәжәғәт килгән, уларҙың 87-һе сүп-сарҙы айырып йыйыуға бәйле.

Быйыл 25 февралдә Өфөнән Ирина Сухорукова, Амантай урамының 7/1-се йортонда ошоға тиклем сорттарға бүлә торған контейнерҙар юҡ, тип ялыу ебәрә. Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре мөрәжәғәтте Киров районы хакимиәтенә тапшыра.

Был йорт янына контейнерҙар ҡуйыла, тик шунда уҡ түгел. Эш ҡағыҙҙа ғына тиҙ башҡарыла. Тәүҙә халыҡ менән дөйөм йыйылыш үткәргәндәр. Аҙаҡ майҙансыҡты яңы контейнерҙар ҡуйыу өсөн киңәйткәндәр. Һәм, ниһайәт, 10 сентябрҙә ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу өсөн төҫлө контейнерҙар ҡуйылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Башлығы указына ярашлы, 2024 йыл аҙағына тиклем ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу майҙансыҡтары бөтә төбәктә барлыҡҡа килергә тейеш. Уларҙы ҡуйыу өсөн яуаплылыҡ муниципалитет хакимиәтендә.

#ЦУРБашкортостан #ЦУРБашкортостан_решаемвместе

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: