Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
13 Сентябрь 2021, 19:30

Салауаттар ҡала тормошона битараф түгел

“Инцидент-менеджмент” системаһы граждандарҙың социаль селтәрҙәге барлыҡ мөрәжәғәттәрен теркәүҙе дауам итә.

Салауаттар ҡала тормошона битараф түгел
Салауаттар ҡала тормошона битараф түгел

“Инцидент-менеджмент” системаһы граждандарҙың социаль селтәрҙәге барлыҡ мөрәжәғәттәрен теркәүҙе дауам итә. Сентябрь айында ла улар байтаҡ булды.

Салауаттар әүәлгесә юлдар торошона, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөкләндереү мәсьәләләренә зарлана. Бер мөрәжәғәт тә иғтибарҙан ситтә ҡалмай, проблема хәл ителә.

Мәғлүм булыуынса, Салауат ҡалаһындағы Бекетов урамы былтыр ғына ремонтланғайны. Унан алда салауаттарҙан ялыуҙар ҙа, үтенестәр ҙә бик күп булды, һәм бына, ниһайәт, проблема хәл ителде. Яңы юлға тамға һалынды, шул иҫәптән “зебра” ла, “Йәйәүлеләр үткәүеле” тигән билдә лә ҡуйылды. Бер йыл үтте... Социаль селтәрҙә йән ялыуҙар күренде...

– Бекетов урамында йәйәүлеләр юл аша сыға торған ергә юл билдәһе ҡуйыуҙы, юлға тамға һалыуҙы һорайым. Машиналар юғары тиҙлектә елә, эргәлә генә балалар баҡсаһы, ә билдәләр юҡ, юйылып бөткән. Мөрәжәғәткә фотоны ла теркәйем, – тип яҙған Светлана Смирнова.

Мәсьәлә кисекмәҫтән иғтибарға алынды.

– “Йәйәүлеләр үткәүеле” билдәһе ҡуйылды, юлға тамға һалынды. Юл сифатлы ғына түгел, хәүефһеҙ ҙә булырға тейеш, – тине Салауат хакимиәтенең ҡала хужалығы идаралығы начальнигы Булат Садиҡов.

“Инцидент-менеджмент” системаһы Салауаттағы тағы ла бер юлды төҙөкләндереүгә ҡағылышлы мөрәжәғәтте “тотто”.

– Калинин урамындағы 58-се һәм С. Юлаев урамындағы 41а һанлы йорттар араһындағы юл бик насар. Сара күреүҙе үтенәбеҙ, – тип яҙа аноним.

Булат Садиҡов әйтеүенсә, С. Юлаев урамындағы 41а һанлы йорт эргәһендәге юл өлөшләтә төҙөкләндерелде, ҡалған участкалағы соҡорҙар ошо арала ямала.

Руслан Мусин социаль селтәрҙә Мәжит Ғафури урамындағы светофорҙың эшләмәүенә, тик йәшел төҫ кенә яныуына зарлана. “Инцидент-менеджмент” системаһы хәүефле мәғлүмәтте шунда уҡ теркәне һәм күп тә үтмәй мәсьәлә яйға һалынды.

Йыш ҡына үткәргес торбаларҙы ремонтлау өсөн юлдағы асфальтты аҡтарырға тура килә. Ленинград урамындағы 73-сө йорт янында ла шулай булған. Руслан Левощенко социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, торбаны ремонтлау барышында асфальтты ҡаҙғандар ҙа, яңынан түшәмәгәндәр.

– Август аҙағында был юл участкаһында асфальт түшәлде. Бындай эштәр мотлаҡ башҡарыла, – тине Булат Садиҡов.

Ә Денис Добрых йорт ҡыйығына саҡ йәбешеп торған ҡар тотҡосҡа иғтибар иткән.

– Салауат ҡалаһының Гагарин урамындағы 31а һанлы йорт ҡыйығындағы конструкция ысҡынып китһә, кешенең өҫтөнә төшөп, имгәтеүе бар, – тип хәүефләнә ул. “Инцидент-менеджмент” мәғлүмәтте шунда уҡ теркәне. Проблема йылдам хәл ителде: ҡулайлама киҫеп алынды.

Ҡала тормошона битараф ҡала алмаған Ольга Шилкина ла социаль селтәрҙә мөрәжәғәт иткәйне. Уның тәүге мәғлүмәте 7-се мәктәпкә ингән ерҙәге баҫҡысҡа ҡағылды.

– Мәктәптең ишеге, баҫҡыстары ҡот осҡос хәлдә, – тип яҙған ул.

Мәсьәләне мәктәп хакимиәте контролгә алып, яңы уҡыу йылы башланыуға баҫҡысты төҙөкләндерҙе.

Икенсе ялыу – Матросов бульварындағы эскәмйәләр буйынса. Ольга Шилкина уларҙы төҙөкләндереүҙе һорай. Ҡала хужалығы идаралығы начальнигы Булат Садиҡов әйтеүенсә, эскәмйәләр йүнәтелгән, 15 сентябргә тиклем уларҙы буяп та ҡуясаҡтар.

Фото: gazetavibor.ru/news

Сығанаҡ: gazetavibor.ru/news

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: