Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
14 Сентябрь 2021, 14:45

“Температуралы ауырыуҙар тышта көтөргә мәжбүр...”

Тышта көтөп ултырыу өсөн эскәмйәләр ҙә юҡ ине...

“Температуралы ауырыуҙар тышта көтөргә мәжбүр...”
“Температуралы ауырыуҙар тышта көтөргә мәжбүр...”

 

Республикаға идара итеү үҙәге  Өфөнөң Александр Невский урамындағы 8-се ҡала клиник дауаханаһы поликлиникаһына  йөрөүсе халыҡты  борсоған мәсьәлә  менән танышҡан.  Социаль селтәрҙә хәбәр итеүҙәренсә, температуралы пациенттарға  урамда сират көтөп оҙаҡ ҡына торорға тура килә, тышта ултырыу өсөн эскәмйәләр ҙә юҡ. Былай яфаланғансы, өйгә табипты саҡыртыу күпкә уңайлыраҡ булыр ине, тигән улар.

 Ауырыуҙарҙың махсус  көтөү урыны булырға тейеш, айырыуса хәҙерге эпидемиологик шарттарҙа. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан килгән яуапҡа ҡарағанда, Александр Невский урамындағы 31-се йортта урынлашҡан поликлиникала температура менән килгән пациенттар өсөн айырым инеү урыны бар, тик әлегә унда ремонт бара. Дауахана етәкселеге 24 августа ваҡытлыса сара сифатында тышҡа эскәмйәләр ҡуйған. 1 сентябрҙә бина эсендә өҫтәмә көтөү зонаһы булдырылған.

 

 

 

#ЦУРБашкортостан #ЦУРБашкортостан_решаемвместе

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: