Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
16 Сентябрь 2021, 16:30

“Поликлиникаға ике тапҡыр килдем, барыбер бирмәнеләр...”

Кешеләр нисек һәм ҡайҙа сертификат алырға мөмкин булыуын белмәй, ни өсөн ул системала сағылмай, кемгә дәғүә белдерергә?

“Поликлиникаға ике тапҡыр килдем, барыбер бирмәнеләр...”
“Поликлиникаға ике тапҡыр килдем, барыбер бирмәнеләр...”

“Дәүләт хеҙмәттәре”ндә икенсе прививка тураһында ла, QR-код тураһында ла мәғлүмәт күренмәне. Поликлиникаға ике тапҡыр килеп тә, сертификат бирмәнеләр. Ни өсөн вакцинация тураһында мәғлүмәтте оҙаҡ тапшырмайҙар?” Бындай һорауҙар Республикаға идара итеү үҙәгенә лә йыш килә.

Йыл башынан Үҙәк системаларына  вакцина яһатыу һәм сертификаттар алыу темаһына 1 418 мөрәжәғәт килгән. Кешеләр нисек һәм ҡайҙа сертификат алырға мөмкин булыуын белмәй, ни өсөн ул системала сағылмай, кемгә дәғүә белдерергә?

Республикаға идара итеү үҙәге етәксеһе Елена Прочаковскаяның һорауҙарына һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов һәм Күп функциялы үҙәк директоры Наталья Куприянова яуап бирә. Вакцина яһатҡандан йәки ауырығандан  һуң сертификатты алыу юлы тураһында Республикаға идара итеү үҙәге Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Күп функциялы үҙәк етәкселәре менән бергә фекер алышты. Ошо һылтанмалар буйынса инеп, мәғлүмәт менән ентекләп танышығыҙ:  Һаулыҡ һаҡлау министрлығы –- https://health.bashkortostan.ru/activity/27353/

 

Күп функциялы үҙәк–- https://mfcrb.ru/?page_id=129394

“Дәүләт хеҙмәттәре”ндәге иҫәп яҙмаһын (учетная запись) дүрт банк ҡушымталары аша раҫларға мөмкин.

 

Видеоны ҡарағыҙ!


#ЦУРБашкортостан #Вакцинация #Сертификат

 

News.myseldon.com

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: