Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
16 Сентябрь 2021, 15:15

Юлдағы соҡорҙар - һәр саҡ иғтибар үҙәгендә

Йыл башынан алып Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре социаль селтәрҙәрҙә юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса 1448 мөрәжәғәт теркәгән.

Юлдағы соҡорҙар - һәр саҡ иғтибар үҙәгендә
Юлдағы соҡорҙар - һәр саҡ иғтибар үҙәгендә

Йыл башынан алып Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре социаль селтәрҙәрҙә юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса 1448 мөрәжәғәт теркәгән.

Мәҫәлән, бер нисә мөрәжәғәт быйыл июль-август айҙарында Өфөнөң Киров районында йәшәгән кешеләренән килгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре тураһында ҡыҫҡаса һөйләйбеҙ:

Өфөләр Зәки Вәлиди урамындағы тротуарҙарҙа тегендә лә бында ла осрап торған соҡорҙарға ялыу иткән. Был турала социаль селтәрҙә 15 августа яҙғандар. Ике көн үтеүгә коммунальщиктар тротуарҙы тигеҙләүе тураһында әйтте лә.

Генерал Горбатов урамындағы соҡорҙар фотоһын кешеләр социаль селтәрҙәргә 29 июлдә һалды. 18 августа иһә Киров районының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы юлды ремонтлауҙары тураһында хәбәр ҙә итте.

Дыуан бульварында соҡор яһағандар, ә кире ҡапларға теләмәйҙәр, тигән 12 августа кешеләр. 17 августа яуаплы хеҙмәттәр бар етешһеҙлектәрҙе лә юҡҡа сығарған. Был туралағы фотолар ҙа шунда уҡ баҫылған.

Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре бөтә мөрәжәғәттәрҙе лә муниципалитеттарға, министрлыҡ һәм ведомстволарға ебәрә. Проблема аҙағына тиклем хәл ителгәнсе, уны контролдә тоталар. Ә инде юлдар темаһы йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында ла иғтибар үҙәгенән төшмәй.

#ЦУРБашкортостан #ЦУРБашкортостан_решаемвместе

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: