Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
17 Сентябрь 2021, 20:30

Ниһайәт, мәктәп төҙөкләндерелә!

“Белорет ҡалаһында өс йыл элек ябылған 8-се мәктәп бинаһын төҙөкләндереү башланды. Беҙ был ваҡиғаға урындағы халыҡтан кәм шатланмайбыҙ”.

Ниһайәт, мәктәп төҙөкләндерелә!
Ниһайәт, мәктәп төҙөкләндерелә!

“Белорет ҡалаһында өс йыл элек ябылған 8-се мәктәп бинаһын төҙөкләндереү башланды. Был ваҡиғаға урындағы халыҡтан да кәм шатланмайбыҙ”, - тип хәбәр иттеләр Республикаға идара итеү үҙәгенән.

Был темаға ҡағылышлы мөрәжәғәт 2018 йылдың көҙөндә, “Инцидент-менеджмент” системаһы барлыҡҡа килгән саҡта уҡ теркәлгәйне. Капиталь ремонт мәлендә икенсе ҡатта түбә ишелеп төшкәс, мәктәпте тулыһынса ябалар.

Бина 1950 йылда төҙөлгән. Нығытмалар ағастан эшләнгән, шуға күрә экспертиза тулы реконструкция кәрәклеген күрһәтте. Уҡыусыларҙы икенсе мәктәпкә күсерәләр, тик бына бюрократик эштәр бер нисә йылға һуҙыла: проект килешеүе, дәүләт экспертизаһы үткәреү, ер менән бәйле мәсьәләне хәл итеү, подрядсы билдәләү һ.б.

Ошо ваҡыт дауамында балалары башҡа мәктәптә уҡырға мәжбүр булған ата-әсәләр социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәт итә торҙо. Иң ҙур уңайһыҙлыҡ шунда – балаларға сит учреждениела икенсе сменала белем алырға тура килә. Өйгә ҡайтҡансы кис төшә, түңәрәктәргә, секцияларға ла йөрөй алмайҙар.

Быйыл көҙ башында, ниһайәт, ҡағыҙ мәшәҡәттәре тамамланып, аныҡ, йәғни күҙгә күренгән эштәргә күстеләр. 7 сентябрҙә Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрҙә подрядсының эш башлауы, әлеге ваҡытта ҡыйыҡты һүтеүҙәре тураһында яҙҙы.

Реконструкция барышы район хакимиәте тарафынан ике аҙнаға бер тапҡыр тикшерелеп торасаҡ. Республикаға идара итеү үҙәге лә проблеманы контролдә тота. 8-се мәктәп уҡыусылары яңы бинаға 2023 йылдың 1 сентябрендә аяҡ баҫасаҡ тип күҙаллана.

Фото: vk.com/ivaniutaandrei

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: