Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
21 Сентябрь 2021, 19:30

Үткән аҙнала халыҡты ниҙәр борсоған?

Үткән аҙнала, 13 сентябрҙән 19-ына тиклем, Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге 3301 хәбәрҙе эшкәрткән.

Үткән аҙнала халыҡты ниҙәр борсоған?
Үткән аҙнала халыҡты ниҙәр борсоған?

Үткән аҙнала, 13 сентябрҙән 19-ына тиклем, Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге 3301 хәбәрҙе эшкәрткән.

Шул иҫәптән “Инцидент-менеджмент” системаһы аша – 2880, Кире бәйләнеш платформаһы аша 421 мөрәжәғәт килгән. Унан алдағы аҙнала 2329 хәбәр теркәлһә, бер йыл алдараҡ – 1303.

Икенсе аҙна рәттән иң популяр тема булып төҙөкләндереү тора - 464 мөрәжәғәт. Алдағы аҙна менән сағыштырғанда, 57-гә әҙерәк. Икенсе урында – коронавирусҡа ҡаршы вакцинация (448, -2). Юлдар темаһы - өсөнсөлә (423, -174). Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, үткән аҙналағы кеүек үк, дүртенсе урында килә: 369 мөрәжәғәт килгән (-137). Социаль яҡлау темаһы - бишенселә (356, -2).

#ЦУРБашкортостан_видео

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: