Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
29 Сентябрь 2021, 20:45

Ҡаранторау мәктәбенең ҡыйығы яңыртылды

"Балаларыбыҙҙы авария хәлендәге мәктәпкә уҡырға ебәрергә теләмәйбеҙ".

Ҡаранторау мәктәбенең ҡыйығы яңыртылды
Ҡаранторау мәктәбенең ҡыйығы яңыртылды

Республикаға идара итеү үҙәгенә Балаҡатай ауылының Ҡаранторау ауылынан ата-әсәләр урындағы мәктәп-балалар баҡсаһы бинаһында электр сымдарының бик иҫке булыуына, даими рәүештә янып китә яҙыуына зарланып мөрәжәғәт иткән.

“Бина 1978 йылда төҙөлгән, әммә бығаса капиталь ремонт эшләнмәгән. Смета әҙерләгәндәр, мәғариф бүлеге ике тапҡыр аукционға ҡуйған. Әммә бер кемдең дә был эшкә тотонғоһо килмәй, сөнки төҙөлөш материалдарына хаҡ өс тапҡырға артҡан. Инде июль үтеп бара, ә беҙ уны буяй, аҡлай алмайбыҙ. Балаларыбыҙҙы 1 сентябрҙә авария хәлендәге мәктәпкә уҡырға ебәрергә теләмәйбеҙ. Ҡыйыҡты ремонтларға ярҙам итһәгеҙ ине, сөнки унан аҡҡан һыу ҙа сымға эләгә. Зинһар өсөн, мәсьәләне хәл итергә ярҙамлашығыҙ!” – тип үтенеп яҙғандар.

Балаҡатай районы хакимиәте был мөрәжәғәткә: “Мәктәпте ремонтлауға өҫтәмә аҡса бүленде, подрядсы ойошма 24 августа эшкә тотонасаҡ. Үтәү ваҡыты – ике аҙна самаһы. Эштәр уҡыу барышына ҡамасауламаясаҡ”, – тип яуап биргән.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Урғалы урта белем биреү мәктәбенең филиалы булған Ҡаранторау мәктәбендә ремонт 13 сентябрҙә тамамланған.

Фото: "Инцидент-менеджмент", скриншот.   

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: