Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
29 Сентябрь 2021, 19:45

"Ашығыс ярҙам" машинаһы ла үтә алмаған

Быйыл июль уртаһында республика Башлығы Радий Хәбировтың сәхифәһенә Стелла Мәжитова мөрәжәғәт итә.

"Ашығыс ярҙам" машинаһы ла үтә алмаған
"Ашығыс ярҙам" машинаһы ла үтә алмаған

Быйыл июль уртаһында республика Башлығы Радий Хәбировтың сәхифәһенә Стелла Мәжитова мөрәжәғәт итә.

“Өфө районы баш ҡалаға терәлеп торһа ла, ҡайһы бер ауылдарҙа юл юҡ. Мәҫәлән, беҙ Ҡамышлыла йәшәйбеҙ. Ауыл буйлап машина менән үтеүе ауыр. Көҙ ямғырҙар башланған мәлдә бөтөнләй юлһыҙ ҡалабыҙ. Хатта “Ашығыс ярҙам” машинаһы үтә алмай. Ошо мәсьәләне хәл итергә булышлыҡ ҡылһағыҙ ине”, - тип яҙа ул.

Республикаға идара итеү үҙәге мөрәжәғәтте шунда уҡ теркәп ҡуя. Өфө районы хакимиәте юлды тулыһынса төҙөкләндерә алмаһа ла, быйыл сентябрь урталарына ҡырсынташ түшәп сығырға вәғәҙәләй. Әле билдәле булыуынса, хакимиәт һүҙендә торған: ауылдың урамдарына ҡырсынташ түшәгәндәр. Урындағы халыҡ иһә киләһе йылға асфальт түшәлер тигән өмөттә ҡала.

Фото: "Инцидент-менеджмент".

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: