Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
29 Сентябрь 2021, 20:15

Йорттарҙа һыу буласаҡ

”Ярҙам итегеҙ! Нисәмә йыл инде һыуһыҙ интегеп йәшәйбеҙ. Ҡыш торба һалдылар ҙа шуның менән эште бөтөрҙөләр".

Йорттарҙа һыу буласаҡ
Йорттарҙа һыу буласаҡ

Благовещен ҡалаһының Төньяҡ биҫтәһендәге Округ урамында йәшәгән Лилиә Мәғизова һыуһыҙ йәшәүҙәренә зарланып дәғүә белдергән.

”Ярҙам итегеҙ! Нисәмә йыл инде һыуһыҙ интегеп йәшәйбеҙ. Ҡыш торба һалдылар ҙа шуның менән эште бөтөрҙөләр. Беҙҙе ишетһәгеҙ ине”, – тип яҙа социаль селтәрҙә ҡатын.

“Водоканал” предприятиеһының баш инженеры Александр Сусликов мәғлүмәттәре буйынса, Төньяҡ биҫтәлә абоненттарҙы һыу менән тәьмин итеүҙең үҙәкләштерелгән селтәрҙәренә тоташтыра башлағандар. 2021 йылдың 16 сентябренә халыҡтан 385 ғариза килгән. 238 шәхси йортта техник тоташтырыу үткәрелгән. Предприятие белгестәре һәр йорт хужаһы менән килешеү төҙөгәндә бөтә мөрәжәғәттәргә аңлатма бирәсәк. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙ булһа, ошо телефон буйынса шылтыратығыҙ: 8 (34766) 2-37-72”, – тип яуап ҡайтарған район хакимиәте башлығы Олег Голов.

Фото: petrishin.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: