Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
2 Октябрь 2021, 22:00

"Ауылыбыҙ төпкөлдә лә түгел, ә юл юҡ..."

Халыҡты юлдарҙың торошо борсой. Йыл башынан алып Республикаға идара итеү үҙәгенә ошо темаға ҡағылышлы 10 206 мөрәжәғәт килгән.

"Ауылыбыҙ төпкөлдә лә түгел, ә юл юҡ..."
"Ауылыбыҙ төпкөлдә лә түгел, ә юл юҡ..."

Республикаға идара итеү үҙәге аҙнаны юл ремонтлау мәсьәләләрен яйға һалып тамамлауҙары тураһында яҙҙы.

* “Юғары, Юбилей, Раздолье, Совхоз урамдарында юл насар. Благовещен ҡалаһы, Төньяҡ биҫтәһе”.

* “Өфө районының Ҡамышлы ауылы. Төпкөл дә түгел, ә юл юҡ. Көҙ ямғырҙар башлана, йәнә барыһын да йыуҙырасаҡ һөҙөмтәлә хатта "Ашығыс ярҙам" да килеп етә алмаясаҡ”.

* “Нуриман районының Вознесенка ауылы. Янғынға ҡаршы быуаны дөрөҫ эшләмәгәндәр. Хәҙер ундағы һыу элекке кеүек юл аҫтындағы торбаға түгел, ә юл аша аға һәм йыуҙыра”.

Юлдарҙың торошо – ҡаланыҡы ла, ауылдар араһындағы ла, автомагистралдәр ҙә – халыҡты борсой. Йыл башынан алып “Инцидент-менеджмент” системаһына һәм Кире бәйләнеш платформаһына ошо темаға ҡағылышлы 10 206 мөрәжәғәт килгән.

Ҡайһы бер проблемалар бер-ике көндә хәл ителә. Бәғзеләре ваҡыт һәм ресурстар талап итә. Мәҫәлән, кемдер ихаталағы юл соҡорҙарына зарлана. Система был ялыуҙы автоматик рәүештә теркәй, уға номер, өҫтөнлөк һәм тема бирелә. Артабан инцидент Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәренең береһенә эләгә. Ялыу юл өсөн яуаплы чиновниктарға ебәрелә. Мөрәжәғәт иткән кешегә уның мәсьәләһе “хәл ителеү өҫтөндә” тип яуап бирәләр һәм был, ысынлап та, шулай. Проблема артабан Республика идара итеү үҙәгенең контролендә тора: кеше уға контруктив яуап алмай тороп, инцидент ябылмаясаҡ.

Ҡайһы бер мәсьәләләр тиҙ яуап ала, ә бәғзеләренә айҙар талап ителә – мәҫәлән, объектты төҙөлөш планына индереү һәм финанслау эҙләү талап ителгәндә.

Фото: https://vk.com/tsur_bashkortostan

#ЦУРБашкортостан #ЦУРБашкортостан_решаемвместе

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: