Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
6 Октябрь 2021, 22:30

Хәүеф менән янаған ағастар ҡырҡылды

2021 йылдың 1 июненән алып ”Инцидент-менеджмент” системаһына ошо мәсьәләгә бәйле 272 ялыу килгән.

Хәүеф менән янаған ағастар ҡырҡылды
Хәүеф менән янаған ағастар ҡырҡылды

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге төбәгебеҙҙе матурыраҡ һәм хәүефһеҙерәк итеүгә булышлыҡ ҡыла.

2021 йылдың 1 июненән алып ”Инцидент-менеджмент” системаһына ағастарҙы ҡырҡыу темаһына арналған 272 ялыу килгән. Хәл ителгән проблемаларҙың ҡайһы берҙәре тураһында мәғлүмәт килтерәбеҙ.

“Красноусолда Курорт урамындағы бәләкәй паркта ағас йығыла. Ә унда балалар уйнай!”

“Ағасты бысыу буйынса сара күрегеҙ әле. Ветошников урамының 69-сы йорто янындағы балан тураһында һүҙ. Ул ҡороған һәм тротуар менән машиналар йөрөгән юлға эйелеп ултыра”.

Граждандарҙың иғтибарлы булыуы, Республикаға идара итеү үҙәге менән хеҙмәттәшлек итеүе арҡаһында был урындарҙағы хәүефле ағастарҙы ҡырҡҡандар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Инцидент-менеджмент” һәм “Кире бәйләнеш платформаһы" – Республикаға идара итеү үҙәге системалары, улар халыҡтың социаль селтәрҙәге комментарийҙарын теркәү генә түгел, ә анализларға ла ярҙам итә. Аналитиктар иң үткер проблемаларҙы күрһәтә, уларҙы системалы хәл итеү өсөн был бик уңайлы.

#ЦУРБашкортостан #ЦУРБашкортостан_решаемвместе

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: