Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
12 Октябрь 2021, 22:30

Бер аҙна эсендә – 6 205 мөрәжәғәт

Был үткән аҙнаға ҡарағанда 2 609-ға күберәк. Барыһы хаҡында - карточкаларҙа.

Бер аҙна эсендә – 6 205 мөрәжәғәт
Бер аҙна эсендә – 6 205 мөрәжәғәт

4 октябрҙән 11 октябргә тиклемге аҙна эсендә Республикаға идара итеү үҙәге 6 205 мөрәжәғәтте эшкәртте - үткән аҙнаға ҡарағанда 2 609-ға күберәк.

Быға Радий Хәбировтың коронавирус инфекцияһы таралыу менән бәйле сикләүҙәр тураһындағы указы сәбәпсе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хәҙер кешеләр күп йыйылған урындарға бары вакцина яһатыу тураһында сертификат йәки сирҙе үткәреү тураһында белешмә булғанда ғына инергә мөмкин.

“Инцидент-менеджмент” системаһы аша үткән аҙнала 3 303, Кире бәйләнеш платформаһынан 2 902 мөрәжәғәт алынды.  

Аҙнаның популяр төп биш темаһы:

COVID-19 вирусынан вакцина яһатыу – 3 053 мөрәжәғәт (2 314-кә күберәк);

торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – 870 (16-ға күберәк);

һаулыҡ һаҡлау – 449 (117-гә күберәк);

юлдар – 419 (139-ға күберәк);

социаль яҡлау - 320 (79-ға аҙыраҡ).

Үткән аҙналағы мөрәжәғәттәр тураһында – карточкаларҙа.

Коронавирус менән бәйле сикләүҙәр тураһында – Башҡортостан Башлығы  указында: https://npa.bashkortostan.ru/33166/

#ЦУРБашкортостан #статистикаЦУР

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: