

Стеналар күгәргән, фатирҙарҙа һыуыҡ. Туймазы ҡалаһындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр йыл һайын бүлмәләрҙәге обойҙарҙы алмаштырырға мәжбүр була. Ҡыш һыуыҡтан яфаланалар. 2020 йылдың декабрендә социаль селтәрҙә ошо хаҡта ялыу яҙыла.
Республикаға идара итеү үҙәге мөрәжәғәтте Туймазы хакимиәтенә ебәрә. Проблема тиҙ генә хәл ителмәй. Белгестәр йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын тикшерә. Фатирҙа йылылыҡ 16 градус ҡына тәшкил итә. Сарҙаҡты йылытырға тура килә.
Комаров урамындағы 47/1-се йорт фасадын ремонтлау 2023 йылға планлаштырылған була. Панелдәр араһын йылытыу өсөн аҡса табыла. 2021 йылдың октябрендә тейешле ремонт эштәре үткәрелә. Шулай уҡ йылылыҡ менән тәьмин итеү буйынса сифатһыҙ хеҙмәттәр күрһәткән өсөн ҡайтанан иҫәпләү үткәрелә. Ҡайһы саҡта етди мәсьәләне хәл итеү өсөн, тылсымлы таяҡты һелтәп, эште тиҙләтке килә лә бит. Йыш ҡына халыҡтың үтенесен үтәү өсөн байтаҡ ваҡыт кәрәк.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.
#ЦУРБашкортостан #решаемвместе