Инцидент
2 Ноябрь 2021, 17:45

Бәләкәй балаға инсулин кәрәк булғас...

"Ярҙамыбыҙ тейгән кешеләрҙән рәхмәт ишетеп һөйөнәбеҙ".

Бәләкәй балаға инсулин кәрәк булғас...Бәләкәй балаға инсулин кәрәк булғас...
Бәләкәй балаға инсулин кәрәк булғас...

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге бөгөн социаль селтәрҙәрҙә йылы йөкмәткеле хәбәр менән бүлеште.

"Һеҙгә бер тарихты һөйләп китмәксебеҙ. Ул Өфөнән бәләкәй баланың ғүмере өсөн мөһим препарат тураһында булыр. Малайҙа 1-се тип шәкәр диабеты, уға инсулин кәрәк. Баланың әсәһе ҡыҫҡа тәьҫирле инсулинды (аҙыҡ аша инә) һаҡлауҙа ҡатмарлылыҡтар менән осрашҡан. Һөҙөмтәлә малайға бирелгән препараттар икенсе тапҡырға тиклем етмәгән. Әсә Республикаға идара итеү үҙәгенә мөрәжәғәт итте, ә беҙ инде – Һаулыҡ һаҡлау министрлығына. Был дарыу бик һирәк булһа ла, малай оператив рәүештә ярҙам алды.

Был пост нимә тураһында? Вайымһыҙ булмау хаҡында. Мөрәжәғәттәр кешеләр аша үтә. Вайымһыҙ булмағандар аша. Һәм беҙ ошондай кире бәйләнешкә шатбыҙ, ярҙамыбыҙ тейгән кешеләрҙән рәхмәт ишетеү ҡыуандыра. Был рәхмәт беҙгә генә түгел, ә министрлыҡтарҙағы, райондарҙағы коллегаларыбыҙға ла", – тиелә яҙмала.

Фото: vk.com/tsur_bashkortostan

#ЦУРБашкортостан

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас