Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
3 Ноябрь 2021, 16:35

"Автобусты күпме көтөргә була?!"

Көйөргәҙе районының Свобода ауылынан Сергей Зайцевтың зары "Инцидент-менеджмент" системаһы иғтибарынан ситтә ҡалмаған. 

"Автобусты күпме көтөргә була?!"
"Автобусты күпме көтөргә була?!"

Башҡортостан Республикаға идара итеү үҙәгенең "Инцидент-менеджмент" системаһы халыҡтың теге йә был мәсьәләләргә ҡағылышлы көнүҙәк һорауҙарын теркәй. Байтаҡ мөрәжәғәттәр иғтибарға алынып, хәл итеү юлдары, ваҡыты тиҙләтелә.

Бына яңыраҡ Көйөргәҙе районынан Сергей Зайцевтың зары ла "Инцидент-менеджмент" иғтибарынан ситтә ҡалмаған. Мөрәжәғәтсе Күмертау ҡалаһынан Көйөргәҙенең Свобода ауылына автобус булмағанына зарлана.

"Автобусты ҡасан ебәрәләр? Инде өс ай юҡ! Күп ауыл кешеләре район үҙәгенә, ҡалаға бара алмай! Ҡасанға тиклем көтөргә була?!" – тип яҙа ул.

Мөрәжәғәт республика кимәлендә теркәлгәс, мәсьәлә тиҙ арала хәл ителә. Район хакимиәтенән алған яуапҡа ҡарағанда, Күмертау – Тимербай маршрутында йөрөгән автобус Свобода ауылына ла инә башлясаҡ.

Ауыл халҡының мөһим мәсьәләһен хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә алған С. Зайцевҡа "1 ноябрҙән автобус һеҙҙең ауылға тиклем барасаҡ. График менән ошо һылтанма аша инеп тә танышырға була: https://kuyurgaza.bashkortostan.ru/presscenter/news/406112/" тигән яуап бирелә.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: