Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
3 Ноябрь 2021, 17:10

Бәлә килеп сыҡмаһын, тип борсолоу белдергәйнеләр

Дәүләкән ҡалаһынан Людмила Суркова Ворошилов һәм Пролетар урамдарының киҫелешендә урынлашҡан күперҙең торошона борсолоу белдерә.

Бәлә килеп сыҡмаһын, тип борсолоу белдергәйнеләр
Бәлә килеп сыҡмаһын, тип борсолоу белдергәйнеләр

Республика менән идара итеү үҙәгенең (ЦУР) бер өлөшө булған “Инцидент менеджмент” системаһына ябай халыҡтан төрлө хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һораған мөрәжәғәттәр йыш килә.

Дәүләкән ҡалаһынан Людмила Суркова Ворошилов һәм Пролетар урамдарының киҫелешендә урынлашҡан күперҙең торошона борсолоу белдерә. “Емерелеп, берәй бәлә килеп сыҡмаһын”, - тип яҙа ул.

Был мөрәжәғәткә Дәүләкән районы хакимиәтенән түбәндәге яуап килде: “Дәүләкән ҡалаһының Ворошилов һәм Пролетар урамдарындағы юл участкаһында ремонт эштәре тамамланды. Бында нигеҙ нығытылды, бетон блоктар ҡуйылды, яндауырҙар алмаштырылды, юл япмаһы яңыртылды. Барлыҡ эштәр урындағы бюджет иҫәбенә башҡарылды”, - тип әйтелә район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәновтың яуабында.

Фото: “Инцидент-менеджмент” системаһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: