Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
3 Ноябрь 2021, 14:35

Балтаста юл төҙөкләндерелгән

Ике ауыл араһындағы юл көҙгө кеүек ялтырап ята.

Балтаста юл төҙөкләндерелгән
Балтаста юл төҙөкләндерелгән

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәренә Балтас районынан Риф Ҡыямов былай тип яҙған: “Районыбыҙҙың Көнтүгеш һәм Йәнтимер ауылдары халҡы өсөн ауыр мәсьәлә тураһында әйтеп үткем килә. Ауылдар араһында машинала йөрөүе ҡыйын. Подрядсы ойошма юлды төҙөкләндереүҙе былтыр башлаған ине, әммә һаман тамамлап ҡуймай. Район хакимиәте менән аралашыу һуҡыр менән һаңғырау әңгмәһен хәтерләтә. Был хәлде үҙ ҡарамағығыҙға алығыҙ әле”.

Мөрәжәғәткә Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, 1 ноябргә ҡарата эштәр тамамланды, ике ауыл араһында автомобилдәр хәҙер яңы юлдан йөрөй, тип яуап биргән.

- Әлеге мәлдә юл билдәләре ҡуйыла, бынан ары ике ауыл халҡы ауырлыҡ кисермәйәсәк, мәктәп автобустары ла, "Ашығыс ярҙам" машиналары ла юлда ҡыйынлыҡ тоймаясаҡ, - ти район етәксеһе.

Фото: Балтас районы хакимиәтенән.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: