Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
3 Ноябрь 2021, 17:25

Фатирҙар һыуыҡ, стеналар күгәрә...

"Актҡа ярашлы, ысынлап та, фатирҙарҙағы һауа температураһы 16 градус тәшкил итте”.

Фатирҙар һыуыҡ, стеналар күгәрә...
Фатирҙар һыуыҡ, стеналар күгәрә...

Республика менән идара итеү үҙәгенең (ЦУР) бер өлөшө булған “Инцидент менеджмент” системаһы Туймазы ҡалаһынан түбәндәге мөрәжәғәтте теркәгән.

“Туймазы ҡалаһының Комаров урамындағы 47/1-се йортта йәшәйбеҙ. Беҙҙең йорттоң торошона иғтибар йүнәлтеүегеҙҙе һорайбыҙ. Фатирҙарҙа һыуыҡ, стеналар күгәрә, йыл һайын обой алмаштырырға тура килә. Бер нисә тапҡыр йорттоң идарасы компанияһына мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ. Зинһар өсөн, капиталь ремонт мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеүегеҙҙе һорайбыҙ”, - тип яҙҙы әлеге йортта йәшәүселәр.

Был проблемаға бәйле мөрәжәғәт былтыр уҡ ҡабул ителгән. 2020 йылдың 21 декабрендә “УК ЖКХ” йәмғиәте идара итеү компанияһы директоры Рәил Ғафаров биргән мәғлүмәткә нигеҙләнеп, түбәндәгеләр хәбәр ителә: “2020 йылдың 7 декабрендә белгестәр йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһының техник торошон тикшерҙе. Актҡа ярашлы, ысынлап та, фатирҙарҙағы һауа температураһы 16 градус тәшкил итте”. Һөҙөмтәлә йылылыҡ менән тәьмин итеү буйынса хеҙмәттәрҙе тейешле кимәлдә күрһәтмәү сәбәпле, түләүҙе ҡайтанан иҫәпләргә, 2021 йылдың беренсе кварталы аҙағына тиклем сарҙаҡты йылытыу, 2021 йылдың өсөнсө кварталы аҙағына тиклем панелдәр араһындағы йөйҙәрҙе көпләү йәһәтенән эштәр башҡарырға ҡарар ителә.

Артабан Туймазы районы хакимиәте 2021 йылдың 30 мартында һәм 6 октябрендә эштәр барышы менән таныштырып, яуап әҙерләй. Ағымдағы йылдың 27 октябрендә бирелгән яуапта түбәндәгеләр әйтелә: ““УК ЖКХ” йәмғиәте идарасы компанияһы директоры Рәил Ғафаров, 2021 йылдың 8 октябрендә 47/1-се күп фатирлы йорттоң 57-се, 38-се, 39-сы, 40-сы фатирҙарының стенаһында панель араһындағы йөйҙәрҙе көпләү йәһәтенән эштәр башҡарылды, тип хәбәр итте”.  Яуапты Туймазы район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге әҙерләгән.

Фото: “Инцидент-менеджмент” системаһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: