Инцидент
3 Ноябрь 2021, 09:15

Хәҙер бысраҡ ҡурҡыныс түгел

Кешеләрҙең мөрәжәғәте шунда уҡ үтәлгән. 

Хәҙер бысраҡ ҡурҡыныс түгелХәҙер бысраҡ ҡурҡыныс түгел
Хәҙер бысраҡ ҡурҡыныс түгел

“Инцидент-менеджмент” системаһы – Республикаға идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Унда халыҡ үҙен борсоған һорауҙарҙы ебәрә һәм тиҙ арала яуап ала. Сираттағы мөрәжәғәтте Әлшәй районынан Рима Шәрәфетдинова ҡалдырған.

“Беҙ Раевка ауылында, Тыныслыҡ урамында йәшәйбеҙ. Унда ҙур соҡор бар, яҙын һәм көҙөн йөрөрлөк түгел. Бөтә ерҙә лә бысраҡ, һыу. Беҙ урап йөрөргә мәжбүрбеҙ. Шунда йәйәүлеләр өсөн күпер эшләнһә ине”, – тип яҙған ул.

Әлшәй районы хакимиәте был мөрәжәғәтте иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Уны шунда уҡ йөкләмә итеп алалар һәм урынлаштырыу өсөн күпер эшләй ҙә башлайҙар. Ә 25 октябрҙә эш тулыһынса башҡарыла ла. Кәрәкле урынға йәйәүлеләр күпере ҡуйыла.

Хәҙер был урамда йәшәгән кешеләр рәхәтләнеп күпер аша йөрөй, бысраҡҡа бер кем дә батмай.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас