Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
3 Ноябрь 2021, 15:50

Ни өсөн тирҙа күләүек ята?

Подвалдың мөйөштәрен бәшмәк баҫҡан, һаҫыҡ еҫ сыға. Уның уртаһында күләүек барлыҡҡа килгән, тимәк, ҡайҙандыр һыу ағып ята. Бынан тыш, бинаның нигеҙе ярыла башлаған.

Ни өсөн тирҙа күләүек ята?
Ни өсөн тирҙа күләүек ята?

Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһынан "Инцидент" хеҙмәтенә шундай йөкмәткеле үтенес хаты килде.

- Подвалға ныҡлы иғтибар бүлһәгеҙ ине, – тип башлаған яҙмаһын Салауат ҡалаһында ғүмер итеүсе Татьяна Поливатова. – Ошонда ҡаланың 2-се урта мәктәбенең тиры урынлашҡан. Бында нисек аяҡ баҫмаҡ кәрәк? Подвалдың мөйөштәрен бәшмәк баҫҡан, һаҫыҡ еҫ сыға. Улай ғына түгел, уның уртаһында күләүек барлыҡҡа килгән, тимәк, ҡайҙандыр һыу ағып ята. Бынан тыш, бинаның нигеҙе ярыла башлаған.

Күп тә үтмәгән, Татьяна Викторовнаға, етешһеҙлекте төҙәтеүҙе белдереп, хат килеп төшкән.

Салауат ҡалаһының мәғариф бүлеге начальнигы Марина Вишева билдәләүенсә, сентябрь баштарына ҡарата 2-се кадет мәктәбенең цоколь ҡатын ремонтлау буйынса смета иҫәптәре башҡарылған. Бағыусылар менән һөйләшеүҙәр алып барылған.

- Бағыусылар менән һөйләштек, бында ремонт эшләйәсәкбеҙ, – тигән Марина Вишева.

Фото: Салауат ҡалаһы мәғариф бүлеге.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: