Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
3 Ноябрь 2021, 21:00

Сүп-сар контейнерҙары яңыртылған

"Майҙансыҡтағы бактар сереп, эшлектән сығып бөткән".

Сүп-сар контейнерҙары яңыртылған
Сүп-сар контейнерҙары яңыртылған

Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” системаһы Салауат ҡалаһынан Ольга Шилкинаның мөрәжәғәтен теркәгән.

Ихатала сүп-сар контейнерҙарының торошона борсолоуын белдерә ул.

“Хәйерле көн. Юлаев бульварындағы 12-се йорт эргәһендә сүп-сар өсөн майҙансыҡ урынлашҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундағы бактар сереп, эшлектән сығып бөткән. Торлаҡ-эксплуатация идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы, кешеләр сүп-сар ташламаһын өсөн, хатта түңкәреп ҡуйған. Яңы контейнерҙар  ҡуйыуығыҙҙы һорайым”, - тип мөрәжәғәт итә ул.

Күп тә үтмәй, Ольга Шилкина проблема хәл ителеүе тураһында яуап ала.

 “Хәйерле көн. Юлаев бульварындағы 12-се йорт эргәһендәге контейнерҙар яңыртылды. Фотоларын һалабыҙ”, - тип яуап бирә Салауат ҡалаһы хакимиәтенең ҡала хужалығы идаралығы начальнигы Булат Садиҡов.

Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” – Башҡортостанда уңышлы эшләгән Республикаға идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.

Фото: "Инцидент-менеджмент".

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: