Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
3 Ноябрь 2021, 16:45

Юл тураһында мәсьәлә ҡуҙғатылғас...

"...Яуап көтәбеҙ” тип яҙылған хат 24 сентябрҙә килгән. 27 октябрҙә килгән хатта иһә...

Юл тураһында мәсьәлә ҡуҙғатылғас...
Юл тураһында мәсьәлә ҡуҙғатылғас...

“Инцидент-менеджмент” системаһына килеп эләккән мөрәжәғәттәр яуапһыҙ ҡалмай.

“Мартта Туймазы районының Кожай-Андреевка ауылындағы юл тураһында яҙғайным. Миңә БР Башлығы Хакимиәтенән, был юл баланста булған “Башнефть-Добыча” етәксеһенән, Туймазы районы хакимиәте башлығынан яуаптар килгәйне. Ошо яуаптарҙың фотоларын ҡушып һалам. Әммә бар оҙонлоғо ике километр булған юл беренсе ямғырҙарҙан һуң йәнә нефтселәр машинаһы менән иҙгеләнеп бөтөлгән. Гравировкалау һәм бетон вағын һибеү тураһындағы вәғәҙәләр атҡарылманы. Һеҙҙән был килеп сыҡҡан хәлде асыҡларға һәм саралар күреүҙе һорайым”, - тип яҙған Гөлнара Сәйфулла ҡыҙы.

Туймазы районы хакимиәтенән “Нефтселәр балансындағы, шул иҫәптән Кожай-Андреевка ауылындағы юлдарҙы хеҙмәтләндереү мәсьәләһе республика Хөкүмәте кимәлендә ҡарала. Үҙемә килгәндә, Туймазы районы хакимиәте бер нисә тапҡыр “Башнефть” йәмғиәтенә нефть компанияһы предприятиелары тарафынан файҙаланылған юлдарҙы ремонтлау кәрәклеге хаҡында яҙҙы. Яуап көтәбеҙ” тип яҙылған хат 24 сентябрҙә килгән. 27 октябрҙә килгән хатта  иһә “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы Туймазы районының Кожай-Андреевка ауылындағы юлды ремонтланы. Юлға ҡырсынташ түшәнеләр” тигән яуап килгән.

Фото: Туймазы районы хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: