Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
3 Ноябрь 2021, 22:30

Йыл башынан алып 3082 мөрәжәғәт ҡаралған

Республикаға идара итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә...

Йыл башынан алып 3082 мөрәжәғәт ҡаралған
Йыл башынан алып 3082 мөрәжәғәт ҡаралған

Республикаға идара итеү үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, юлды төҙөкләндереү Башҡортостанда социаль селтәрҙәге мөрәжәғәттәрҙең күпселеген тәшкил итә. Уның ҡарауы, мәсьәлә хәл ителгәнгә тиклем һәм хәл ителгәндән һуң ебәрелгән фотолар араһындағы айырманы күреү күңелде күтәрә.

Тәүгеһе – халыҡтың мөрәжәғәттәрендәге фотолар, икенсеһе – шул уҡ участкалар ремонттан һуң. Бына шул эштәрҙең ҡайһы берҙәре:

– Туймазы районының Кожай-Андреев ауылы. Ауыр йөк машиналары ике километрлыҡ юл участкаһын боҙоп бөткән ине. Ауыл халҡы мөрәжәғәт иткәндән һуң, бер ай эсендә ул төҙөкләндерелде.

– Дәүләкәндә Ворошилов һәм Пролетар урамдары киҫелешендә юл менән бергә күпер емерелгән. Мөрәжәғәт иткәндән һуң ай ярымда участка тәртипкә килтерелде. Күперҙең нигеҙе нығытылды, бетон блоктар һалынды, ҡойма яңыртылды, юлға асфальт түшәлде.

– Балтас районы. Иванай һәм Көнтүгеш ауылдары араһында подрядсы юлды реконструкциялай башлаған. Әммә эш оҙаҡҡа һуҙылған. 2021 йылдың апрелендә халыҡ социаль селтәрҙә трассаның ҡот осҡос хәлдә булыуы тураһында яҙып сыҡты. Ярты йылда Көнтүгешкә автомобиль юлы һалынды. Унда билдәләр генә ҡуйырға ҡалды.

– Мәләүез районының Дарьин ауылындағы юлға күптән ремонт кәрәк ине. Быйыл августа урындағы халыҡ Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала яҙып сыҡты. Өс ай эсендә Дарьин ауылына илткән юлға асфальт түшәлде.

Әйткәндәй, йыл башынан алып Республикаға идара итеү үҙәге юлды төҙөкләндереүгә бәйле 3082 мөрәжәғәтте эшкәртте. Был мәсьәләләр профилле министрлыҡтар һәм муниципалитеттар ярҙамы менән хәл ителде.

#ЦУРБашкортостан

Фото: vk.com/wall-201146046_15843

Сығанаҡ: /vk.com/wall-201146046_15843

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: