Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
7 Ноябрь 2021, 21:15

Тауҙай сүп-сар йыйылған

Вәғәҙә ителгән сүп-сар майҙансыҡтарын төҙөү барышы күҙәтеүгә алынған.

Тауҙай сүп-сар йыйылған
Тауҙай сүп-сар йыйылған

Өфө ҡалаһының Жилино ауылындағы юл буйында сүп-сар башҡаса туҙып ятмаясаҡ. Республикаға идара итеү үҙәге ошо хаҡта белдерҙе. Өфө ҡалаһының Октябрьский районы хакимиәте Ноғай һәм Жилино ауылдарында тағы ла алтынан да кәм булмаған яңы контейнер ҡуйырға йыйына.

Бер аҙна өйҙә ултырыу коммуналь хужалыҡтар өсөн ғибрәт алырлыҡ булған. Кешеләр өйҙә булғас, сүп-сар ҙа күп. Жилино ауылындағы ҡаты- көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу майҙансығына күрше ауыл һәм баҡсаларҙан сүп-сар килтергәндәр. Жилино халҡы ошо хаҡта социаль селтәргә зарланып яҙған. Бындай мөрәжәғәт беренсе тапҡыр ғына түгел. Республикаға идара итеү үҙәге һәм Октябрьский район хакимиәте уны хәл итеү өҫтөндә ныҡлап шөғөлләнә.

“Спецавтохозяйство” төбәк операторы контейнер майҙансыҡлары етмәүгә бәйле сүп-сар йыйыла тип аңлата. Водителдәр йыйылған сүп-сарҙы ҡулдан тейәргә мәжбүр. Ял һәм байрам көндәрендә ҡул менән был тиклем күләмде атҡарып сығыу мөмкин түгел, шуға ла ауыр техника саҡырталар.

Октябрьский районы хакимиәте йыл аҙағына тиклем Жилиноға һәм Ноғайға һигеҙ ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтары майҙансығы ҡуясаҡтары хаҡында белдерә.

  Әлеге мәлдә Ноғай ауылында Декоратив һәм Есенин урамдарында ике контейнер майҙансығы төҙөкләндергән. Иртәгә Ватан урамында тағы ла берәүҙе ҡабул итәләр. Тағы ла Совет һәм Теләктәшлек урамдары киҫелешкән урында, Поэтик урамында ике майҙансыҡ әҙерләнә, ҡырсынташ түшәгәндәр, бағана ҡуйғандар.

 

Әлегә халыҡ менән ошондай һанда контейнерҙар ҡуйырға килешелде, тип белдерә Октябрьский районы хакимиәте. Әгәр тағы ла урынлаштырырға кәрәк булһа, был йүнәлештә эш дауам итәсәк. Вәғәҙә ителгән сүп-сар майҙансыҡтарҙы төҙөү барышы күҙәтеүгә алынған.
Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаһына сүп-сар майҙансыҡтары, уларҙы йыйыу буйынса мөрәжәғәттәр йыш килә. Мәсьәлә ябайҙан түгел, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров был тема буйынса ултырыштар уҙғарып тора. Һәр осраҡ ентекләп тикшерелә, хәл итеү юлдарын ҡарала.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге диуарынан алынды.

#ЦУРБашкортостан #решаем_вместе

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: