Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
7 Ноябрь 2021, 19:30

Ял көндәрендә утһыҙ ҡалғандар

Был ғәҙәттән тыш хәл тураһында кешеләр социаль селтәрҙә хәбәр итә.

Ял көндәрендә утһыҙ ҡалғандар
Ял көндәрендә утһыҙ ҡалғандар

 Кисә Иглин ауылының Вятка биҫтәһендә трансформатор янған. Овражный, Туҡай, Революция урамдары утһыҙ ҡала. Был ғәҙәттән тыш хәл тураһында кешеләр социаль селтәрҙә хәбәр итә.

Мөрәжәғәтте Республикаға идара итеү үҙәге теркәй. Күҙәтеү белгестәре Иглин районы хакимиәте менән бәйләнешкә инә. Бындай ашығыс мөрәжәғәттәр fast track режимында хәл ителә. Ял һәм байрам көндәре булыуға ҡарамаҫтан, барлыҡ профиль хеҙмәттәр йәлеп ителә.

Авария урынына электр селтәрҙәре бригадаһы сыға һәм киске сәғәт 9-ға тиклем етешһеҙлекте бөтөрөп, электр утты ҡабыҙалар. Муниципалитетта аңлатыуҙарынса, Иглиндағы электр селтәрҙәре иҫкергән һәм халыҡ һыуыҡтар ваҡытында электр ҡорамалдарҙы ныҡлап тотона башлағас, көсөргәнешлекте күтәрә алмай. Районда Башҡортостан Хөкүмәте менән бергә был мәсьәләне хәл итеү буйынса программа бар, иҫке трансформатор подстанцияларын, сымдарҙы алыштыралар һәм ҡеүәтте арттыралар. Әлбиттә, эш әкренләп алып барыла, сөнки уның өсөн ваҡыт һәм саралар ҙа кәрәк.

Фото:

bash.news

#ЦУРБашкортостан #решаем_вместе

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: