Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
14 Ноябрь 2021, 16:00

"Аңлатыу талап итәбеҙ"

Бындай хәлдәрҙе Республикаға идара итеү үҙәгенә махсус контролдә тота.

"Аңлатыу талап итәбеҙ"
"Аңлатыу талап итәбеҙ"

12 ноябргә ҡарай төндә Өфөнөң Октябрь проспектындағы 52/1-се йорт фатирҙарының береһендә үҙәк йылытыу торбаһынан һыу аға башлаған.

Йортта шунда уҡ йылы биреүҙе туҡтаталар. Наталья Дятлова проблема тураһында тиҙ арала Республикаға идара итеү үҙәгенә яҙа: "Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы, йылытыу миҙгеле башланғас, батареяларҙан һыуҙы ниңә ағыҙа? Торбаларҙы йүнәтеүҙе йәй башҡарырға кәрәк ине. Аңлатыуҙы талап итәбеҙ".

Бындай хәлдәрҙе Республикаға идара итеү үҙәгенә махсус контролдә тота.

15-се торлаҡ-эксплуатациялау контораһы хеҙмәткәрҙәре ҡыҫҡыс ҡуйып, һыу ағыуын ваҡытлыса туҡтата. Ә икенсе көндә, 12 ноябрҙә, торба участкаһы алмаштырыла һәм йортҡа йылы бирелә.

Баҡтиһәң, йылытыу системаһында бындай эштәрҙе атҡарыу өсөн торбаларҙан һыу ағыҙырға кәрәк икән. Совет районының диспетчер пункты йортта йәшәүселәргә хәлде тәфсирләп аңлатып бирә.

2021 йылдың 12 ноябрендә "БашРТС" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тышҡы йылылыҡ селтәрҙәре үткәргесендә авария теркәлә. Октябрь проспектында 19 торлаҡ йорт һәм ике предприятие, СССР-ҙың 50 йыллығы, Комсомол, Тихорецкая урамдарындағы йорттар йылылыҡһыҙ ҡалған.

12 ноябрь кисендә БашРТС хеҙмәткәрҙәре Октябрь проспектындағы аварияның эҙемтәләрен бөтөрә.

2021 йылдың 13 ноябренә ҡараған төндә эштәр тулыһынса тамамлана, йорттарға йылы бирелә.

#ЦУРБашкортостан

Фото: vedomosti102.ru

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: