Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
14 Ноябрь 2021, 15:30

Учалыла ниңә һыу юҡ?

“Ай ярым эсендә был икенсе авария, һәр ваҡыт йүнәтеү тотош бер аҙна дауам итә".

Учалыла ниңә һыу юҡ?
Учалыла ниңә һыу юҡ?

Республикаға идара итеү үҙәгенә Василий Васильев Учалы ауылының РТС биҫтәһендә бер аҙна һыу юҡлығы тураһында хәбәр итә. Уның фекеренсә, ремонт эштәренә ҡарата хакимиәт һүлпәнлек күрһәтә.

“Ай ярым эсендә был икенсе авария, һәр ваҡыт йүнәтеү тотош бер аҙна дауам итә", - тип яҙа ул.

Республикаға идара итеү үҙәге тәүлек әйләнәһенә эшләй. Шәмбе кис булыуға ҡарамаҫтан, Учалы районындағы хеҙмәттәштәребеҙгә һыу менән тәьмин итеүҙә проблемалар тураһында еткерҙек. Ауыл биләмәһе хакимиәте һәм ашығыс хеҙмәттәр идаралығы мәсьәләне яйға һала башлаған.

9 ноябрь кисендә Учалы ауылында бер юлы ике өҙөклөк теркәлеүе асыҡланды: Һ. Дәүләтшина һәм Р. Ғарипов урамдарында. Торбаларҙы ике участкала ла алмаштырырға кәрәк.

12 ноябрҙә "Коммуналсы" муниципаль идаралыҡ предприятиеһының бригадаһы Һ. Дәүләтшина урамына яңы торба һала башлаған. Бөгөн, 14 ноябрҙә, һыу үткәргес төҙөкләндерелгән һәм сафҡа индерелгән.

Р. Ғарипов урамындағы торбаны алмаштырыу өсөн 15 ноябрҙә дүрт-биш сәғәткә ҡайтанан һыуҙы туҡтатып тороу талап ителә.

Әлегә микрорайонда һыу менән тәьмин итеү өлөшләтә атҡарыла. Һәр 500 метр һайын колонкалар эшләй.

#ЦУРБашкортостан

Фото: "Башинформ".

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: