Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
18 Ноябрь 2021, 21:30

“Тиҙҙән йығыласаҡ...”

Асҡын районынан нимә тип борсолоп хәбәр иткәндәр?

“Тиҙҙән йығыласаҡ...”
“Тиҙҙән йығыласаҡ...”

“Асҡын ауылының Блюхер урамындағы 101-се йорт эргәһенә ҡуйылған телефон бағанаһы серегән, тиҙҙән йығыласаҡ”, - тип хәбәр иткән социаль селтәрҙә Гөлшат Гәрәева.

Уның был мөрәжәғәте Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенә 2021 йылдың 9 авгусында эләккән. Унда ҡатын бағаналағы юл билдәһен яңынан эшләргә һәм уны металл терәгескә ҡуйыуҙы һораған.

Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре Асҡын районы хакимиәтендәге коллегаларына бәйләнешкә сыҡҡан.

2021 йылдың октябрендә “Башинформсвязь” йәмғиәтенең Иҫке Балтас хеҙмәтләндереү үҙәге эшселәре таяуҙы алмаштырған, 15 ноябрҙә унда “Юл бир” билдәһен ҡуйған.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

#ЦУРБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: