Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
21 Ноябрь 2021, 22:30

"Оҫталар урамы" оҫталарса эшләнерме?

Бөрө ҡалаһының Ленин урамын төҙөкләндерә башлағас, боронғо таш түшәлгән урам табылған.

"Оҫталар урамы" оҫталарса эшләнерме?
"Оҫталар урамы" оҫталарса эшләнерме?

Республиканың тарихи ҡалаларының береһе - Бөрө ҡалаһының Ленин урамында төҙөкләндереү эштәре башланғас, эшселәр боронғо таш түшәлгән урынға юлыға. Шунлыҡтан эш барышы бер аҙ туҡтатылған. Бөрө халҡын урамдарҙы ҡутарып, шул килеш туҡтап ҡалыуы аптыратҡан һәм улар  ошо һорау менән  "Инцидент"ҡа мөрәжәғәт итә. Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге хәлгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында, Бөрө ҡалаһы хакимиәтенә һорау менән сыға. Асыҡланыуынса, яҙға тиклем төҙөлөш эштәре туҡталып торған. Боронғолоҡто һаҡларға ҡарар ителгән һәм юл булған рельеф буйынса һалынасаҡ, тигән яуап алынған.

Ә проекттың үҙе иҫ киткес шәп. Ул "Оҫталар урамы" тип атала һәм Бөрө ҡалаһы был проект менән 2021 йылда Бөтә Рәсәй уңайлы  ҡала мөхитен булдырыу конкурсында еңеү яулай.

"Оҫталар урамы" ҡаланың тарихи үҙәгендә барлыҡҡа киләсәк. Ҡаланың Ленин урамы, элекке Казначей бинаһы биләмәһе, 3-сө мәктәп, Бөрө тарих музейы ла ҙур үҙгәрештәр кисерәсәк һәм күҙгә күренеп матурланыр тип көтөлә.

Әйткәндәй, Бөрө ҡалаһы Бөтө Рәсәй конкурсында икенсе йыл рәттән еңеү яулай. Быйыл Башҡортостандан бөтәһе алты проект еңде, республика ҡалалары  440 млн. һум күләмендә грант яуланы.

Фото: Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге.


#ЦУРБашкортостан #ФКГС #Бирск.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: