Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
24 Ноябрь 2021, 14:30

Ҡараңғыла тимер юл вокзалына барыуы ҡурҡыныс

“Инцидент-менеджмент” системаһына халыҡтар ялыуҙар йыш килә.

Ҡараңғыла тимер юл вокзалына барыуы ҡурҡыныс
Ҡараңғыла тимер юл вокзалына барыуы ҡурҡыныс

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенең “Инцидент-менеджмент” системаһына халыҡтан ялыуҙар йыш килә. Үткән тәүлектә башҡортостандарҙы ниндәй мәсьәләләр борсоған? Юлдар торошо беренсе урынға сыҡҡан, икенсе урында – торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағы, ә өсөнсө урында – төҙөкләндереү өлкәһе. Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау, мәғариф йүнәлештәре буйынса ла мөрәжәғәттәр теркәлгән, ә бына коронавирус темаһы һигеҙенсе урынға төшкән.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иртәнге “Сәләм” тапшырыуында Республикаға идара итеү үҙәге тарафынан ыңғай хәл ителгән мәсьәләләр тураһында һөйләнеләр.

Әйтәйек, Салауат ҡалаһы кешеһе тимер юл вокзалы эргәһенең насар яҡтыртылыуына зарланған. Әйткәндәй, уға оператив рәүештә Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре иғтибары йәлеп ителгәс, мәсьәлә ыңғай хәл ителгән.

Тағы ла бер проблема хаҡында Туймазы районынан берәү мөрәжәғәт иткән. Бында иһә “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы үҙенең ҡарамағына алған юл бик насар хәлдә булған. Шуныһы шатлыҡлы, мөрәжәғәткә күп ваҡыт үтмәгән, юл тиҙ арала рәтләнгән.

Шул уҡ ваҡытта коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәрендә лә хәлдәр шәптән түгел икән. Нәҡ Республикаға идара итеү үҙәге ярҙамы менән “М-240” трассаһындағы “Өршәк” коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәте эргәһендә туҡталыш урынлаштырыуға өлгәшелгән.

Фото: heliocity.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: