Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
25 Ноябрь 2021, 10:35

Халыҡты сүп-сар мәсьәләһе борсой

Республикаға идара итеү үҙәгенән тура сығарылыштар көн һайын 8.40 сәғәттә – рус, шишәмбе, кесе йома 8.10 сәғәттә башҡорт телендә үткәрелә.

Халыҡты сүп-сар мәсьәләһе борсой
Халыҡты сүп-сар мәсьәләһе борсой

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәге Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Сәләм” тапшырыуы блогында тура эфирға сыҡты.

Әйткәндәй, үҙәктән тура сығарылыштар көн һайын 8.40 сәғәттә – рус, шишәмбе, кесе йома 8.10 сәғәттә башҡорт телендә үткәрелә. Бөгөнгө башҡортсаһында пассажир ташыуҙары тураһында Республикаға идара итеү үҙәгенең транспорт буйынса кураторы Урал Рисов һөйләһә, һуңғараҡ русса уҙғарылған сығарылышта Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы кураторы Ләйсән Хәйретдинова сүп-сар темаһы буйынса һорауҙарға яуап бирҙе.

Был проблема халыҡты борсой. Бөгөн тура эфир ваҡытында һүҙ ошо хаҡта барҙы. Шулай уҡ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк эшмәкәрлеге һәм башҡалар хаҡындағы һорауҙарға яуаптар алынды. Төбәк операторы сүп-сар тейәгес машиналарға ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы тейәгәндән алып яуап бирә. Ә бына ҡалдырылған сүп-сар ҡапсыҡтары төбәк операторы тарифына индерелмәгән.

Фото: bashinform.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: