Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
29 Ноябрь 2021, 12:30

Ырымбур менән сиктәш райондарҙа буран ҡотора

Республикаға идара итеү үҙәге һуңғы яңылыҡтар менән уртаҡлашты. 

Ырымбур менән сиктәш райондарҙа буран ҡотора
Ырымбур менән сиктәш райондарҙа буран ҡотора

Мәғлүм булыуынса, хәҙер Республикаға идара итеү үҙәге Башҡортостан юлдаш телеканалындағы “Сәләм” тапшырыуы аша эфирға сыға. Бөгөнгө тура бәйләнештә Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралыҡ начальнигы Елена Прочаковская ял көндәрендәге ваҡиғаларға байҡау яһаны.

Тура бәйләнештә Ҡариҙел районындағы Яҡуп ауылында халыҡтың “Беҙҙең ауыл” программаһы буйынса аҡса йыйыуына бәйле хәлгә аңлатма бирелде. Уның яртыһын халыҡ йыйған, яртыһын урындағы хакимиәт биргән, мәсет эргәһендә хөрмәтле яҡташтарына һәйкәл төҙөлгән һәм уны 22 июндә тантаналы рәүештә асҡандар. Һуңынан ауыл халҡы тәҡдиме буйынса клуб эргәһендә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә тағы бер һәйкәлгә нигеҙ һалғандар. Уны ла ошо уҡ программма буйынса төҙөй башлайҙар, смета буйынса 220 мең һум ҡаралған, тик аҡса етмәгән. Әле аҡса нисек тотонолған, артабан мәсьәләне хәл итеүҙе район хакимиәте үҙ өҫтөнә алыуын белдергән, халыҡҡа картаға аҡса күсерергә кәрәкмәй.

Республикаға идара итеү үҙәгенә юлдар буйынса мөрәжәғәттәр артҡан, йәғни 343 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Икенсе урында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр эшенә ҡағылышлы һорауҙар тора – 286. Төҙөкләндереү буйынса – 332, улар иҫәбендә “Башҡорт ихаталары”на ҡағылғандары етерлек. Дүртенсе урында – һаулыҡ һаҡлау буйынса 262 мөрәжәғәт килгән. Коронавирус темаһы етенсе урында (122).

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Өфө ҡотҡарыу-эҙләү отрядының беренсе класлы ҡотҡарыусыһы Юрий Туманов хәбәр итеүенсә, һауа торошо тиҙ үҙгәреүсән, шуға ла йылғаларҙы тулыһынса боҙ ҡапламаған, күлдәр һәм быуалар ҙа боҙ нығынмаған. Шуға ла боҙ ете-һигеҙ сантиметр ҡалынлыҡҡа етмәйенсә, ул 100 килограмм самаһы ауырлыҡты күтәрә алмай. Бәхетһеҙ хәлгә осрамау өсөн балыҡсыларға тәүҙә боҙҙоң ҡалынлығын тикшерергә кәрәк. Балыҡҡа барғанда бау, таяҡ алырға, иң уңайлыһы – ҡотҡарыу бишмәтен кейергә тәҡдим ителә.

Тапшырыуҙа Ирәмәлгә күтәрелеүгә ҡағылышлы ҡағиҙәләргә лә туҡталдылар. Мәҫәлән, бер көнгә юлға сыҡҡанда, ошо хаҡта яҡындарығыҙға хәбәр итергә кәрәк, ә ике көнлөк походҡа барғанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына хәбәр итегеҙ. Үҙегеҙ менән бысаҡ, шырпы, фонарь һәм берәй полиэтилен япма алырға тәҡдим ителә. Шулай уҡ “112” телефонына шылтыратып, ҡайҙа һәм нисә көнгә барыуығыҙ, нисә кеше булыуығыҙ хаҡында, үҙегеҙҙең һәм туғандарығыҙҙың телефон һандарын хәбәр итергә кәрәк.

Автомобилдә сәйәхәткә сыҡҡанда ла йылы кейем, аҙыҡ-түлек, бау, көрәк һәм автомобиль багын яғыулыҡ менән тултырып сығырға кәңәш ителә.

Физик мөмкинлектәре сикләнгәнләр өсөн Асҡын боҙ мәмерйәһенә сәйәхәткә барырға мөмкин. Был проектты тормошҡа ашырыуҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы һәм Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы бергә ойоштора.

Һауа торошона килгәндә, бөгөн республиканың Ырымбур менән сиктәш райондарында ел-буран ҡотора, шуға ла рулдә булғандарға юлда һаҡ булырға кәңәш ителә.  

Бөгөнгө тура бәйләнештең нисек үтеүе, ниндәй мәсьәләләр ҡаралыуы тураһында Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙә айырым пост та ҡуйҙы. 

Фото: скриншот.

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: